-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь , 11:24

Милләт ҡото - беҙҙең өләсәйҙәр!

Күпме матур, һәләтле, рухлы, әүҙем өләсәйҙәр менән таныштырҙы беҙҙе "Иң шәп өләсәй" конкурсы! Уларҙың кескәйҙәр өсөн үткәргән саралары - туған телде үҫтереүгә, мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡарата балалар күңелендә ихтирам тойғоһон нығытыуға - оло аҙым!

Тырыш булыуығыҙ, эшегеҙгә ижади ҡарауығыҙ, кескәйҙәрҙең йылмайыу, ҡыуаныстары өсөн оло рәхмәт әйтәбеҙ һеҙгә, өләсәйҙәр! Эшмәкәрлегегеҙ туҡтап ҡалмаҫ тип ышанабыҙ!

 

Ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле имен тормош теләйбеҙ һеҙгә! Һеҙ - донъя йәме, тел һаҡсылары!💐

 

📝Конкурсҡа ҡушылыу әле лә һуң түгел! Һорауҙар менән 89177602527 номерына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ!
Конкурста ҡатнашыусы өләсәй балалар баҡсаларында саралар (оҫталыҡ дәрестәре, әкиәт өйрәнеү, буям буяу, йомаҡ сисеү һәм башҡалар) үткәрергә тейеш. Бүләктәр ҙә беҙҙең шәп кенә! Тулыраҡ мәғлүмәт - vk.com/wall-196702306_88298

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: