-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь , 10:06

Башҡорт милли кейеме - Астанала

"Шоңҡар" журналының бүлек мөхәррире, йәш, һәләтле яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина ҡыҙҙары Алтынай һәм Асия менән Астана буйлап башҡорт милли кейемендә йөрөгәндәр, үәт!

Башҡорт милли кейеме - Астанала
Башҡорт милли кейеме - Астанала

Алтынай Урманшина Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 4"В" класында белем ала. Художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған "Бөйрәкәй" спектаклендә Гөлбаныуҙың бәләкәй сағын да уйнай өлгөр ҡыҙ.

 

Асия Урманшина - Өфөнөң 226-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

 

Тырыш, һәләтле ата-әсәләре кеүек, ҡыҙҙар ҙа илебеҙгә кәрәкле шәхес булып үҫерҙәр, тигән ышаныстабыҙ.

Башҡорт милли кейеме - Астанала
Башҡорт милли кейеме - Астанала
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: