"Аҡбуҙат" журналын хәҙер инде 19 йыл алдырабыҙ. Ул тыуған ергә һөйөү, өлкән быуынға ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләй, белемгә ынтылыш бирә, балаларға милли байрамдар тураһында мәғлүмәт еткерә.
Журнал биттәрендә донъя күргән иғтибарлылыҡ, фекерләү, хәтер, телмәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындарҙы беҙҙең тәрбиәләнеүселәр бик тә ярата.
Кескәйҙәребеҙ "Аҡбуҙат"тың һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала", - тип яҙа беҙгә 11-се "Аҡ сәскә" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.