

Рәмилә Сәлимгәрәева Дәүләкән районы Хөсәйен ауылында тыуған. Ул башҡорт театры артисы, 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Сибай драма театрында эшләй, 1998 йылдан – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында актёры.
Рәмилә Сәлимгәрәеваның халыҡсан образдарын тамашасы бик яратып ҡарай. Ул бик матур итеп йырлай!
Рәмилә Әбдрәхимова Өфө ҡалаһы Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 2-се класын тамамлаған. Уларҙың ғаиләһе Өфөгә Ырымбур өлкәһенән күсеп килгән. Тырыш ҡыҙ художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, хәҙер спорт акробатикаһы секцияһына йөрөй.
«Киләсәктә балалар тренеры булырға теләйем», – ти Рәмилә.
Беҙ уның да эшенең оҫтаһы булып үҫеүен теләйбеҙ!