

Минең ҡарт олатайым Ҡунафин Ризуан Шәйәхмәт улы 1921 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылында тыуған. Тулы булмаған
урта мәктәптә уҡыған. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1939 йылда Белоруссияның Брест өлкәһе Пружаны ҡалаһында Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырылған, аҙаҡ фронтҡа киткән.
1943 йылда ҡаты яраланалып, әсирлеккә эләккән. Әммә ҡасып ҡотолған һәм яңынан фронтҡа барған. Олатайым һуғышты аҙағына тиклем рядовой булып үткән. Ул еңеүҙе Эльба йылғаһы буйында ҡаршылаған.1946 йылда тыуған яғына ҡайтҡан. Ул күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң Миңнур исемле ҡыҙға өйләнгән. Ул беҙҙең өләсәйебеҙ. Ҡарт олатай менән ҡарт өләсәй оҙаҡ йылдар алтын туйҙарына тиклем бәхетле йәшәгән. Өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләгән, уларҙың 31 ейән-ейәнсәре һәм 100 бүлә-бүләсәре бар.
Ҡарт олатайым 98 йәшендә 2019 йылдың 5 февралендә вафат булған, туған ауылында ерләнгән. Уның менән ғорурланам. Киләсәктә, олатайымдай, ватаныма кәрәкле кеше булырға теләйем!
Эсмира ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Туймазы ҡалаһы 13се интернат-мәктәбе уҡыусыһы.