+6 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август , 13:16

Өфө ҡалаһының Калинин районы ла беҙҙе йылы ҡаршы алды

Бында баш ҡаланың 264-се балалар баҡсаһы менән таныштыҡ.

Балаларҙы туған телдә уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү буйынса ойошторолған методик советта “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында
ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар менән тьәмин итеү бүлеге начальнигы Әнисә Ғибатулла ҡыҙы Баймөхәмәтова, Өфө ҡалаһы фәнни-мәғлүмәт-методик үҙәк методисы Гөлзифа Урал ҡыҙы Абзалова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ҡала округының Калинин Районы Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ҡала округының Калинин районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенең баш белгесе Ольга Валерьевна Сабахова, Өфө Ҡалаһы ҡала округының «НИМЦ» ДО МАОУ методисы (Калинин районы) Эльвира Хисаметдин ҡыҙы Моратова ҡатнашты.

 

Өфөнөң 264-се балалар баҡсаһында 240 бала тәрбиәләнһә, төркөмдәр һаны - 7. Шуларҙың 3-һе - полилингваль төркөм. Кескәйҙәрҙең 15 проценты - башҡорт милләтенән.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: