Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль , 15:59

Сират - Өфө ҡалаһы Киров районы балалар баҡсаларына

Өфө ҡалаһы Киров районының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы менән дә таныштыҡ.

Эш сәфәре программаһына ярашлы балаларҙы туған телдә уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү буйынса ойошторолған методик советта “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында
ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар менән тьәмин итеү бүлеге начальнигы Әнисә Ғибатулла ҡыҙы Баймөхәмәтова, Өфө ҡалаһы фәнни-мәғлүмәт-методик үҙәк методисы Гөлзифа Урал ҡыҙы Абзалова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Камил улы Игбаев, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы мәғариф бүлегенең баш белгесе Эльза Эдуард ҡыҙы Иҙрисова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы Хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф буйынса идаралығы начальнигы
Лина Сагман ҡыҙы Ниғмәтуллина, Өфө Ҡалаһы ҡала округының «НИМЦ» ДО МАОУ методисы (Киров районы) Фирҙәүсә Фәғим ҡыҙы Ғәзизова ҡатнашты.
 
51-се башҡорт балалар баҡсаһында бөтәһе 410 бала, 12 төркөм. 4 төркөмдә дәрестәр башҡорт телендә алып барыла. Ошоға өҫтәп, тағы ла 4 төркөм башҡорт телен өйрәнә башлаясаҡ.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас