-16 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2025, 16:01

Өфө районының Октябрь районына ла еттек

Бында 308-се башҡорт балалар баҡсаһы менән таныштыҡ.

Эш сәфәре программаһына ярашлы балаларҙы туған телдә уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү буйынса ойошторолған методик советта “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында
ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар менән тьәмин итеү бүлеге начальнигы Әнисә Ғибатулла ҡыҙы Баймөхәмәтова, Өфө ҡалаһы фәнни-мәғлүмәт-методик үҙәк методисы Гөлзифа Урал ҡыҙы Абзалова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ҡала округының Октябрь районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Гүзәл Мәснәүи ҡыҙы Адуллина,
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ҡала округының Октябрь районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге секторы мөдире Оксана Рәүил ҡыҙы Хәйруллина, Өфө Ҡалаһы ҡала округының «НИМЦ» ДО МАОУ методисы (Октябрь районы) Ғәйшә Ғәйнислам ҡыҙы Фәрхүтдинова ҡатнашты.

 

Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһында 292 бала тәрбиәләнә, 11 төркөм иҫәпләнә. Бар төркөмдәрҙә лә башҡорт телен өйрәнәләр!

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас