-21 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2025, 15:52

Өфө балалар баҡсалары буйлап

Бөгөн “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина эш сәфәре менән Өфө балалар баҡсаһына юлланды!

Башта Өфө ҡалаһы Дим районынан “Аҡбуҙат” 75-се башҡорт балалар баҡсаһы ҡаралды.
 
Эш сәфәре программаһына ярашлы балаларҙы туған телдә уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү буйынса ойошторолған методик советта
мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында
ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар менән тьәмин итеү бүлеге начальнигы Әнисә Ғибатулла ҡыҙы Баймөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ринара Илгиз ҡыҙы Хәсәнова, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Башҡорт дим районы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Елена Наил ҡыҙы Ракаева, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Ольга Константиновна Суркова, Өфө Ҡалаһы ҡала округының «НИМЦ» ДО МАОУ методисы (Дим районы) Лилиә Азат ҡыҙы Сәлихова, "Аҡбуҙат" 75-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Фәнис ҡыҙы Тләүбаева ҡатнашты.
 
Өфө ҡалаһының 75-се һанлы "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында 392 бала тәрбиәләнә, бөтәһе - 13 төркөм.

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас