"Был көндә бер нисә йыйынтыҡ тәҡдим ителәсәк. Башҡорт халҡы борон-борондан батыр, ҡаһарман булараҡ дан тота. 80 йыл элек бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған совет һалдаттарының батырлығы бөгөн дә ҡабатлана», — тип билдәләнеләр нәшриәт вәкилдәре.
"Батырҙар юлы менән" йыйынтығында 1812 йылғы Ватан һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткән һалдаттар тураһында бәйән ителә.
Ризван Хажиев "Помнят Высокие Татры" китабында Бөйөк Ватан һуғышындағы ысынбарлыҡ һәм башҡорт разведчигы Вафа Әхмәҙуллин тураһында яҙа.
Фәтих Кәримдең "Еңеү йыры" йыйынтығына авторҙың шиғырҙары ингән. Ҡыҙғанысҡа, ике юғары хәрби наградаға лайыҡ фронтовик шағир Еңеү алдынан һәләк була.
"Фронт ҡомартҡылары" йыйынтығында яугирҙарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең БР Миллли архивында һаҡланған хаттары урын алған.
Зәйнәб Биишеваның "Партизан малай" китабында, белеүебеҙсә, белорус уҡытыусыһының улы Павло менән башҡорт яугиры улы Иректең дуҫлығы тураһында һөйләнелә.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Беҙ - һуғыш балалары" китабы бала саҡтары ауыр осорға тура килгән 100-ҙән ашыу баланың хәтирәләре тупланмаһы булып тора.