+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүгә арналған иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт

Күптән түгел төркөмөбөҙҙә Бөйөк Еңеүгә арналған конкурс ойошторғайныҡ. Конкурс шарттары буйынса, кескәйҙәр ҡаһарман олаталары, ҡартаталары фоторәсеме менән төшкән фотоны, баҫмаға яҙылыу тураһында квитанцияһын беҙҙең төркөмгә ебәрергә тейеш ине.

Беҙ тәүге еңеүсене осраҡлы билдәләү программаһы аша тапһаҡ, икенсе бүләк хужаһын билдәләү өсөн айырым тауыш биреү үткәрҙек. Иң күп тауыш йыйып, Сәйҙә Хәмәева икенсе еңеүсебеҙ тип табылды.

 

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, бөгөн Сәйҙәне Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөнөк: Еңеү паркы, Хәрби дан музейы, М. Шайморатов һәйкәле һәм һуңынан баш ҡалабыҙҙағы "Аҡбуҙат" кафеһында сәй эсеп ҡайттыҡ.
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 1-се класын тамамлаған Сәйҙә бейергә, һүрәт төшөрөргә ярата икән.

 

Беҙҙең өсөн экскурсия үткәргән Хәрби Дан музейына, уның директоры Илшат Үтәевҡа, шулай уҡ йылы ҡаршы алған "Аҡбуҙат" кафеһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

 

Ә беренсе еңеүселәребеҙ - Белорет районынан Саҙыҡовтарҙы июндә Өфөлә көтөп ҡалабыҙ! Улар менән дә шулай уҡ экскурсия үткәреләсәк.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: