

– Ҙур үҫкәс, атай4әсәйҙән айырым йәшәргә кәрәк буласаҡ һеҙгә, – ти әсәһе улына. Рамаҙан күңелһеҙ генә:
– Әсәй, фатир алғансы һеҙҙә йәшәп торһам буламы? – ти.
***
Илгиз дуҫының тыуған көнөнән кәйефе төшөп ҡайтты:
– Ниңә Раяндың тыуған көнө булып тик тора, ә минеке һаман юҡ?! Тиҙҙән уға 10 йәш тулыр әле, ә мин һаман 5 йәшлек булып ҡалырмын...
***
Сәстәрен алғас, иҙәндән йыйып йөрөйбөҙ. Артур һорай:
– Ә ҡайҙа итәһегеҙ беҙҙең сәсте?
– Ауылға алып барабыҙ...
– Ниңә?! Өләсәй беҙҙең сәстән йөн ойоҡ бәйләйме әллә?!
Рита СТЕНИЧКИНА әҙерләне.
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ