

Әлфиә Мирхәйҙәрова булам. Апрелдә миңә 7 йәш тула. Һүрәт эшләйем, бейейем, йырлайым. Әсәйем менән атайым мине бәләкәсем, матурым, тип ярата. Өләсәйем менән түшелдерек эшләргә өйрәндем. Татыу, берҙәм ғаилә лә Тимур һәм Рифат ағайҙарым менән үҫеүемә сикһеҙ бәхетлемен!
Киләсәктә мин дә, аҙашым кеүек, туған Башҡортостаныма, халҡыма кәрәкле шәхес булырға теләйем!
Әлфиә – төрки телдәрендә киң таралған ҡатын-ҡыҙ исеме. Шиғри әҫәр, билдәле, тәүге бала, тигән мәғәнәгә эйә.
Танылған шағирә Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Күп йылдар З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә эшләй, республикабыҙҙа балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Әлфиә Әсәҙуллина – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре». Күп балалы әсәй, мөләйем өләсәй һәм һоҡланғыс әҙибәгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ!