Мин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Манаповтар ғаиләһендә тыуғанмын. Беҙҙең ғаиләлә һигеҙ кеше: атай, әсәй, Сулпан апайым, Зөһрә һәм Асия, Алсын менән Мансур. Апайым, ике һеңлем һәм ике ҡустым бар. Улар менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ түгел. Һәр беребеҙҙең яратҡан һөнәре һәм шөғөлө бар. Мин һүрәт төшөрәм һәм волейбол уйнарға яратам . Атайым ҡурайҙа һәм волейбол уйнай, әсәйем тәмлекәстәр бешереү оҫтаһы, апайым бейей, һеңлеләрем һүрәт төшөрә һәм бейергә маһирҙар. Ә ҡустыларым бер-береһе менән көрәшергә ярата. Һәр ял көнө беҙ күмәкләшеп билмән эшләйбеҙ. Мин үҙем дә, әсәйемдән күрмәксе, аҙна һайын туғандарымды тәмлекәстәр бешереп һөйөндөрәм. Күмәкләшеп Байназар ауылында йәшәгән өләсәй менән олатайға ҡунаҡҡа барабыҙ, ярҙам итешәбеҙ. Буш ваҡытта урманға сығабыҙ. Беҙҙең ғаиләлә матур йола бар, бер китапты уҡып бөтһәк һәр беребеҙгә туңдырма алып бирәләр. Ҙур ғаиләлә тыуып үҫеүемә мин бик бәхетле. Тышҡа сыҡҡанда уйнарға кешебеҙ бар, өй йыйыштырғанда ла бар эште бергә бүлешеп эшләйбеҙ. Һәр саҡ өйөбөҙ балалар баҡсаһы һымаҡ гөрләп тора. Ғаиләм-ҡәлғәм тип, мин ғорурланып әйтә алам. Шәүрә МАННАПОВА