Балалар өсөн һанлы мөхит – ул тәбиғи
Бөгөнгө көндә йәшәйешебеҙ Интернет селтәре менән тығыҙ бәйләнгән, ул мәғлүмәт алыуға, йәки буш ваҡытты уҙғарыуға ғына ҡайтып ҡалмай, тап Интернет аша эшләйбеҙ, ә балаларыбыҙ был селтәр ярҙамында белем ала, аң һәм фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә.
“Һал шул телефоныңды, китап уҡы!” – тип ҡабатларға яратабыҙ балаларыбыҙға, был, әлбиттә, тәү сиратта, быуындар төрлөлөгө йоғонтоһо. Хәҙерге балалар, беҙҙән айырмалы рәүештә, тыуғандан алып һанлы (цифрлы) майҙандың уртаһында ҡайнай, уларҙың мәғлүхмәт туплау, яңы белем алыу сараһы ла заманса – тап һанлы контент, йәғни видео йәки аудиоформатта. Әлегә һөйләшергә лә, атларға ла өйрәнмәгән бәләкәстең үҙенә смартфон аша йәнһүрәт ҡуя белеүе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Интернеттың тормошобоҙға айырылғыһыҙ булып үтеп ингән осоронда балаларға янаған киберҡурҡыныс хаҡында оноторға ярамай, был йәһәттән ата-әсәләргә лә, тәрбиәсе-уҡытыусыларға ла, балалар баҫмаһында эшләгән журналистарға ла ҡолаҡты һаҡ тоторға кәрәк.
Был балаға тулыһынса телефон, компьютер йәки башҡа гаджеттар аша Интернет менән ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, яңы шарттарға ҡулайлашып, был яңы донъя менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау зарур.
"Ростелеком" менән Һанлы мөхиттә балаларҙы һаҡлау альянсы, MNDSTH аналитик компанияһы журналистар өсөн "Балалар мөхитендә киберҡурҡыныс" вебинарҙар серияһы ойошторҙо.
Ошоларға таянып, түбәндәгеләр билдәле:
Футуролог, һанлы мөхит буйынса белгес Руслан Йосопов был хаҡта оло быуынға мөрәжәғәт итеп “Беҙ һеҙҙең менән дисклыҡай, сымлы телефондарҙы күргән кешеләр, ә балалар өсөн һанлы мөхит – ул тәбиғи мөхит”, - ти. Бәләкәй бала тәҙрә артындағы күренеште быялаға телефон экранына ҡағылғандай тейеп, уны “ҙурайтырға” ла тырыша хатта.
Рәсәйҙә 3 йәштән 6 йәшкә тиклем балаларҙың 63,3 проценты Интернет менән әүҙем ҡуллана. Был күрһәткес – бик юғары.
Балаға Интернет селтәрендә ниндәй ҡурҡыныстар янай?
Балаларҙы һаҡлау быйынса альянс Ростелеком ойошмаһы менән берлектә тикшеренеү үткәреп, был хәүефтәрҙе төркөмгә бүлеп сыҡҡан. Улар араһында йәмғиәттә киң таралғандары ла, беҙ тейешенсә иғтибар бирмәһәк тә, балаларыбыҙға ярайһы уҡ ҙур ҡурҡыныс янарлыҡтары ла, йыш телгә алһаҡ та, сиселеү юлдарын белмәгән хәүефтәр ҙә бар.
- Енәйәтселек, балаларҙы енәйәт ғәмәлдәренә йәлеп итеү. Интернет селтәре аша балаларҙы төрлө енәйәт ойошмаларына йәлеп итеү осраҡтары йыш күҙәтелә. Социаль селтәрҙәрҙәге төрлө төркөмдәрҙә кеше ғүмеренең бәҫен, әһәмиәтен төшөрөү, агрессия һәм ҡанһыҙлыҡ күрһәтеү кеүек дөрөҫ булмаған ҡиммәттәрҙе пропагандалайҙар. Мәҫәлән, “Белята” исемле рәсми булмаған төркөм айырыуса “Вконтакте” селтәрендә билдәле булған, уларҙың яҙылыусылар һаны 700 меңдән артҡан.
- Тыйылған тауарҙарҙы һатыу һәм таратыу. Әлбиттә – наркотик матдәләр хаҡында һүҙ бара.
- Радикализация һәм экстремизм. Был йәһәттән ҡурҡыныс бигерәк тә үҫмерҙәргә янай, сөнки 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡәтғи милләтселек, ксенофоб һәм экстремистик йоғонтоға бирелеүсән.
Бала тәғәйен формалағы радикализация менән мауыға икән, алгоритм уға бер ваҡытта ла уны кире дүндерер миҫалдар тәҡдим итмәйәсәк, киреһенсә, мәғлүмәт таҫмаһына ошо темалағы башҡа контент йышыраҡ сығасаҡ.
- Траффикинг – фәхишәлек эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, көсләп уллыҡҡа алыу. Был йәһәттән балаға ҡарата көслө психологик баҫым ҡулланыла.
- Маркетинглы баҫым, сифатһыҙ йәки зарарлы тауарҙарҙы таратыу. Балалар – улар ҡулланыусылар. Интернет аша үҙҙәренә үҙҙәре кәрәкле тауар яҙҙыра алырға ла, ошо уҡ селтәрҙә реклама күреп ҡалып, ул тауарҙы үҙҙәре барып һатып алырға ла мөмкин улар. Бигерәк тә бөгөнгө көндә киләһе ваҡиға үҫешен йыш күҙәтәбеҙ: ниндәйҙер тәғәйнен уйынсыҡ һатыу майҙанына сыға ла, “тренд”ҡа, йәғни бик билдәле әйбергә әүерелә, күп тә тормай, һәр икенсе балала осрай башлай. Бер нисә йыл элек, хәтерләһәгеҙ, лизундар (шыйыҡ матдә формаһындағы уйынсыҡтар) бик киң ҡулланылышта ине. Тап ошо лизундар ағыулы булып, уны ҡулланған балаларҙың һаулыҡтарына зарар килгән осраҡтар ҙа булды.
- Ҡара паттерндар – оҫта психологик ҡапҡандар. “Уйындағы был бесәй илай, сөнки уға алмаздар етмәй” – һәм бала был кәрәкле алмаздарҙы һатып алыу өсөн аҡса сарыф итергә йәки шәхси мәғлүмәт менән бүлешергә мөмкин.
- Онлайн-мутлашыу. Бында инде финанс яғынан туранан-тура зыян хаҡында һүҙ бара. Икенсе яҡтан, мутлашыусыларҙың теге йәки был уйында баланың оҙаҡ ваҡыт төрлө кимәлдәрҙе үтеп, үҙ көсө менән йыйған уйын артефакттарын да урлауҙары мөмкин, был баланың психологик халәтенә насар йоғонто яһаясаҡ.
- Кибербуллинг. Әгәр ҙә тышҡа уйнарға сыҡҡанда йәки балалар баҡсаһында, мәктәптә баланы кемдер кәмһеткән, көс күрһәткән икән, был ҡапыл күҙгә ташланасаҡ: өҫ кейеме йыртыҡ, йәки күҙе күгәргән. Бала Интернет аша кәмһетеүҙәргә дусар ителһә, өҫ кейеме лә йыртылмаған, күҙҙең төбөндә күк тә юҡ. Ата-әсә ҡайһы ваҡыт буйы менән компьютер артында йәки телефонға текәлеп ултырған баланың кәйефе төшкәнлеген һиҙмәй ҙә, ә баланың был ваҡытта ҡурҡыныс ҡарар сигендә булыуы мөмкин. Интернет селтәрендә күптәр тарафынан дөйөм кәмһетеүҙәргә дусар булған балаларҙың, үҫмерҙәрҙең үҙҙәренә ҡул һалыуҙары хаҡында ҡот осҡос хәлдәр байтаҡ.
- Сталкинг. Инглиз теленән ҡулланылышҡа ингән был һүҙ “күҙәтеп йөрөү, бәйләнеү” тигән мәғәнәгә тартым. Мәҫәлән, Интернет селтәре аша төрлө маньяктар балаларҙы ҡорбан итеп алып улар артынан күҙәтеүҙәре, ошо рәүешле баланың ғүмеренә, һаулығына хәүеф янауы ихтимал. Интернет селтәрендә беҙҙең хаҡта мәғлүмәттең тулып ятҡан сағы – кәрәкле мәғлүмәт туплау артыҡ көс талап итмәйәсәк.
- Груминг. Сексуаль йәки енәйәт ҡоллоғона алыу маҡсаты менән бала менән дуҫлашыу, уның ышанысына кереү. Рәсәй ҡалаларының береһендә 11 йәшлек ҡыҙыҡай 39 йәшлек ир менән социаль селтәрҙәрҙә аралашҡандан һуң өйөнән ҡаса. Иң киң таралған күңелһеҙ миҫалдарҙың береһе.
- Сексуаль бәйләнеүҙәр.
- Доксинг. Баланың рөхсәтенән тыш уның хаҡындағы мәғлүмәтте, фотоһүрәттәрҙе Интернет селтәренә таратыу.
- Балалар порнографияһын булдырыу һәм таратыу. Берәү 15 йыл дауамында фотограф булып ҡыланып үҫмер ҡыҙҙарҙы шәрә килеш фотоға төшөрөп, уларҙың фотоһүрәттәрен махсус сайтта һатыу менән шөғөлләнгән. Был ҡыҙҙар башҡалар тарафынан кәмһетеүҙәргә дусар ителгән. Был йәһәттән бөгөн “дипфейк” тигән яңы технологияның килеп сығыуы тағы ла ҡурҡыныс – уның ярҙамында фотоһүрәттәге, видеояҙмалағы йөҙҙө йәнең теләгән кешенекенә алмаштырып була.
- Шәхси мәғлүмәттәтҙе урлау, уларҙы ҡулланыу. Был бигерәк тә балалар компьютер уйындары менән мауыҡһа отошло һәм уңайлы.
- Шерентинг. Ата-әсәләр тарафынан балалары хаҡында мәғлүмәт һәм фото-видео контентты йыш ҡулланыу, таратыу. Был баланың үҙенә бигүк оҡшап та етмәҫкә мөмкин. Шулай уҡ Интернет селтәрендә билдәлелек яулар өсөн балалары менән төрлө видеолар төшөргән осраҡтар ҙа күбәйҙе: ата-әсәләр камераға кескәйҙәрҙең уйынсыҡтарын боҙалар, уларға “беҙ һине балалар йортонан алдыҡ” тип хәбәр итәләр ҙә, баланың үҙен нисек тотоуын ҡарайҙар. Бала камераға бәлки йылмаялыр ҙа, әммә уның психологик һаулығына зурҙан хыян килеүе мөмкин.
- Балалар өсөн тәғәйенләнмәгән мәғлүмәттәр. Туҡһанынсы йылдарҙа Америкалағы Колумбайн штатында ҡораллы үҫмерҙәр мәктәптәрендә ҡан-ҡойош ойоштора, был хәл Интернет селтәре аша бөгөнгө көндәргә лә килеп етә, был осраҡтарҙың бер-нисәүһе Рәсәйҙә лә күҙәтелде...
- Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр. Балаларҙың, беҙҙән, ололарҙан айырмалы рәүештә, критик фекерләүе юҡ, йәки саҡ үҫешеү кимәлендә. Шуға күрә, уларҙың Интернетта осраған һәр хәбәргә ысын күңелдән ышаныуы мөмкин. Мәҫәлән, Интернет селтәрендә “Нисек ут феяһы булырға? Бының өсөн газ плитаһын асырға кәрәк” тигән инструкция тарала, уның йоғонотоһона барып биш йәшлек ҡыҙыҡай тән йәрәхәттәре ала...
- Һаулыҡҡа, ғүмергә хәүеф янаған трендар һәм челлендждар. ТикТок видеоселтәрендә бындай челлендждар миллион-миллион ҡарауҙар йыя, билдәлелек артынан ҡыуып, балаларҙың ғүмерҙәрен һәм һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙары мөмкин. Миҫалға бер тренд: поезд рельстарына баҫырға һәм поезд елеп килгәндә, мөмкин тиклем һуңға ҡалып ситкә һикерергә... Кем оҙағыраҡ тора – шул иң текәһе...
- Уйын менән мауығыу. Интернет уйындарын яманлап, бөтөрөп үк ташларға ла ярамай, әммә шул уҡ ваҡытта, улар башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарҙан өҫтөн була башлай икән – хәүефләнергә ваҡыт. Был мауығыуҙың алкоголь, наркотиктар менән мауығыу кеүек үк ҡурҡыныс икәнлеге бер кемгә лә сер түгел.
- Интернет менән артыу ҡулланыу.
Тыйырға түгел, ә аңлатырға кәрәк
Тыйыу, телефонды тартып алыу, компьютер артында ултырырға рөхсәт итмәү менән баланы уға янаған хәүефтән аралап булмай.
Үрҙә телгә алған һанлы мөхит өлкәһендәге белгес Руслан Йосопов бала сағынан бер күренеште хәтеренә төшөрә: “Ата-әсәйем компьютерҙың бауын тартып алһа ла, йәшерһә лә, миндә лә, башҡа йәштәштәремдә лә тағы ла бер сым булды”.
Бынан сығып, ошондай һығымта – тыйырға түгел, ә балаға барыһын да аңлатырға кәрәк. Шул уҡ кибердонъяла бала үҙе белгес булһын, бар ҡурҡыныс-хәүефтәрҙе аңлап, үҙе нимә яҡшы, нимә насар тип һығымта яһаһын. “Улым, ҡыҙым, өләсәйеңдең пенсияһын мутлашыусыларҙан һаҡларға өйрәт әле!” – тиһәк, бала Интернет селтәрен тик яҡшы маҡсаттар менән ҡулланырға икәнен (ә бөгөнгө көндә Интернет селтәрен ҡулланмау мөмкин түгел) яҡшыраҡ төшөнәсәк түгелме?