+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июль 2022, 12:56

ФУТБОЛСЫ ДИНИСЛАМ!

Динислам Исламовка күптән түгел 10 йәш тулды. Ул Салауат ҡалаһында йәшәй. 25-се һанлы башҡорт гимназияһында уҡый. Спартак футбол командаһы уйынсыһы. Футбол менән етди шөғөлләнә. Кумиры – Португалия футболсыһы Роналд Кришитиану.

ФУТБОЛСЫ ДИНИСЛАМ!
ФУТБОЛСЫ ДИНИСЛАМ!

Динислам Исламовка күптән түгел 10 йәш тулды. Ул Салауат ҡалаһында йәшәй. 25-се һанлы башҡорт гимназияһында уҡый. Спартак футбол командаһы уйынсыһы. Футбол менән етди шөғөлләнә. Кумиры – Португалия футболсыһы Роналд Кришитиану. Ул «Манчестер Юнайтед» инглиз клубы капитаны булып Португалия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Динисламдың тренеры – Данил Дамир улы Сәлимйәнов.
Йәш спортсы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып 27 миҙал яуланы. Уға Төркиә, Ырымбур өлкәһе, Йошкар Ола, Мәскәү, Казань, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа бик күп ҙур ҡала стадиондарында еңеү яулау бәхете тейҙе. Төркиәләге ярышта финалға үтеүҙәрен һәм Мәскәүҙә яулаған 1-се урынын ул команданың иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.
Йәйге каникулда Динислам Балаҡатай районының Билән ауылында ял итте. Ауыл малайҙары менән дуҫлашып, уларға футбол буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, уңышлы уйнау серҙәрен асты. Ауылға ул үҙенең эрзинкә ҡапҡаһын, тубын да алып ҡайтҡан ине.
Жәүриә әбеһе яратҡан улын ауыл һөтө, ҡаймағы менән һыйлап, ялан еләгенән ауыҙ иттереп, күстәнәстәр тейәп ҡайтарып ебәрҙе.
Динисламды оҙатырға бөтә ауыл малайҙары йыйылды.
- Киләһе йыл миҙалдарың тағы ла күбәйһен! – тип, матур теләктәр теләп ҡалды дуҫтары.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Фотоларҙы Жәүриә ҠӘЙҮМОВА ебәрҙе

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: