Был эшмәкәрлекте дәүләт-шәхи партнерлыҡ механизмын ҡулланыу ярҙамында бойомға ашырырға йыйыналар, йәғни “Балалар ялының милли операторы” ойошмаһы дәүләт менән берлектә Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләйәсәк балалар ял үҙәген асыу теләген белдергән.
“Балалар ялының милли операторы” ойошмаһы директоры Евгений Шулятьев был проектың балалар ялының яңы төрө икәнлеге хаҡында белдерҙе: балалар өсөн ял үҙәге йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, унда өҫтәлмә белем биреү үҙәге, спорт залдары, медицина блогы һәм күргәҙмә үҙәге буласаҡ.