Башҡортостан Хөкүмәтендә республикала туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте.
Һөйләшеүҙә Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостандың “Балалар кэшбегы” программаһы менән иң яҡшы 5 төбәк исемлегенә инеүе хаҡында хәбәр итте.
“Балалар кэшбегы” программаһы сиктәрендә лагерҙарға алынған юллама хаҡының 50 проценты ата-әсәләргә кире ҡайтарыла. Был проектта Башҡортостандың 107 балалар лагеры ҡатнаша.
Был кэшбекка эйә булыр өсөн юлламаларҙы «Мир путешествий» сайтында һатып алырға кәрәк.