

"Ҡайынҡай" һәм "Ҡояшҡай" балалар баҡсалары кескәйҙәре "Ватанды һаҡлаусылар" таҡтаташы янынан марш баҫып үтте, унан сарала йыйылғандарға йырҙар йырланылар, шиғыр һөйләнеләр һәм бейеп тә күрһәттеләр.
Хакимиәт Башлығы урынбаҫары Шәйнурова Әлфиә Урал ҡыҙына йылы ҡолау һүҙҙәре өсөн, "Шамил" ҡушаматлы махсус хәрби операция яугирына, үҙенең ҡыҫҡа ғына отпуск мәлендә ваҡыт табып, сараға килергә ризалашҡаны өсөн, ҙур рәхмәт!
Иң бәләкәстәребеҙ ҙә ана шулай Еңеү алып килгән 1945-се йыл яҙын белеп үҫһендәр ине!