-18 °С
Ҡар
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!

2022 йылда  "Аҡбуҙат" журналы тәүге тапҡыр рус телендә әҙерләнеп, башта Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн нәшер ителде. Торараҡ 1000 дана менән Луганск Халыҡ Республикаһы балалары менән бергә әҙерләнгән һан да донъя күрҙе.

Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!

Бөгөн дә беҙ алыҫ өлкәләрҙә йәшәгән кескәйҙәр менән хәбәрләшеп, хәл белешеп торабыҙ. Яңыраҡ тәрбиәселәре Оксана Анатольевна беҙгә балаларҙың һүрәттәрен тәҡдим итте. Ошо рәүешле "Аҡбуҙат"тың быйылғы февраль һанында Краснодон ҡалаһы 2-се һанлы "Акварель" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең рәсемдәре баҫылып сыҡты. Шулай уҡ журналға тәрбиәселәр "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре - башҡорт телендә" рубрикаһына "Талсыбыҡ" казак әкиәтен дә тәҡдим иткәйне.

Был журналдарҙың кескәйҙәргә барып етеүенә айырыуса шатбыҙ!

Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Беҙ бергәбеҙ һәм берҙәмбеҙ!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас