-18 °С
Ҡар
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алыҫ Луганск Халыҡ Республикаһынан сәләм алдыҡ!

"Аҡбуҙат" журналының быйылғы февраль һанының "Бәпембә" рубрикаһында Луганск Халыҡ Республикаһы Краснодон ҡалаһы 2-се һанлы "Акварель" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең рәсемдәре урын алғайны. Бына улар - һүрәт авторҙары: Злата Шалашова, Николь Шкуренкова, Маша Касминина, Нина Трунова, Станислава Роговенко, Анастасия Притула, Саша Федорова, Дима Токарук.

Бөгөн Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков менән баҫмабыҙҙың водителе Айнур Абдуллин журналдарҙы кескәйҙәргә алып барып тапшырҙы.
Унан тыш, был һанда "Талсыбыҡ" казак әкиәте лә "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре - башҡорт телендә" рубрикаһы аҫтында донъя күрҙе. Уны ла беҙгә ЛХР тәрбиәселәре тәҡдим итте.

 

МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам менән юлға сыҡҡан хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт еткерәбеҙ һәм имен юлдар теләйбеҙ!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас