

Салауат Миңлебай улы Аҡсаров 1985 йылда Күмертау ҡалаһында татыу ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгән. «Торнаҡай» балалар баҡсаһына йөрөгән.
11-се мәктәптә уҡыған, 73-се һөнәрселек училищеһында электрогазосварщик һөнәрен үҙләштергән. Уның оҫта итеп йырлағанын, гитарала уйнағанын, киң күңеллелеген, асыҡ йөҙөн дуҫтары, туғандары яҡшы хәтерләй.
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Ҡыҙы Риана, улы Вадим үҫә. Әсәһе Лилиә апай балаларға ҡаһарман улы хаҡында һөйләй.
Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында Хәсәновтар ғаиләһендә бик теремек, шуҡ бер йәшлек Салауат үҫеп килә. Ул Өфөлә гимназияла уҡыған Марсель һәм Денис ағайҙары ялға ҡайтҡанда, ишек төбөндә бейеп, сәпәкәйләп ҡаршы ала.
Дүрт йәшлек Дамир ағаһын да бик ярата. Бергәләп йәшенмәк уйнайҙар, әкиәт китаптарынан һүрәт ҡарайҙар. Батырыбыҙҙай, илһөйәр, телһөйәр булып үҫһен Салауатыбыҙ!