+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл

Батырҙан батыр тыуыр!

Фотолағы матур, шәп егеттең исеме - Мырҙағәлин Саньяр Әҡсән улы. Ул Ниғәмәт урта мәктәбенең 4-се класында уҡый. Иң яратҡан фәндәре - математика һәм тирә-яҡты өйрәнеү. Спорт менән шөғөлләнә. Яратҡан бесәйе бар, исеме - Мурза, этенең исеме - Аҡмуйнаҡ. Малайҙың  яратҡан аты ла бар, уның  исеме - Ҡашҡа.

Батырҙан батыр тыуыр!Батырҙан батыр тыуыр!
Батырҙан батыр тыуыр!

Ҡашҡаны Саньярға атаһының батырлығы өсөн бүләк итәләр. Эвакуация үҙәге етәксеһе булараҡ, Саньярҙың атаһы Әҡсән Зиннур улы  алғы һыҙыҡҡа инә, шунда Баймаҡ районы Күсей ауылынан Таһир Кинйәбаевтың кәүҙәһен алып сыға. Таһир яугирҙың ата-әсәһе, улдарын яу яланынан сығарғаны өсөн,  Әҡсәнгә бер ат вәғәҙә итә. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, Әҡсән үҙе лә батырҙарса һәләк булып ҡала. Шуға Таһирҙың ата-әсәһе, аманатты үтәп, Әҡсәндең улы Саньярға ошо атты бүләк иткән. Саньяр республика кимәлендә үткәрелгән бөтә конкрустарҙа әүҙем ҡатнаша. Шиғыр һөйләргә ярата,  өйөндә атаһының  бөтә трофейҙарынан торған музей мөйөшө эшләгән, ошо  мөйөштө видеоға төшөрөп, ролик эшләп, республикала III урын да алды. «Аҡбуҙат” журналын ҡыуанып көтөп ала һәм бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уны уҡып сыға уңған егет. Уңыштар, бәхетле киләсәк юлдаш булһын һиңә, батыр улы - Саньяр!

Батырҙан батыр тыуыр!
Батырҙан батыр тыуыр!
Батырҙан батыр тыуыр!
Батырҙан батыр тыуыр!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас