-20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Декабрь 2025, 11:33

"Беҙ бергә!"

Учалы районы волонтерҙары Дамир Вәлиуллиндың ғаиләһенә ярҙам итә.

"Беҙ бергә!"
"Беҙ бергә!"

Учалы районындағы М. Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы ауыр хәлдә ҡалғандарға һүҙ менән генә түгел, ғәмәл менән дә ярҙам күрһәтә. Дамир Вәлиуллин, тыуған илде һаҡлап, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Уның ғаиләһе - ҡатыны һәм 7 балаһы бөгөн яңғыҙ түгел - М. Шайморатов исемендәге штаб волонтерҙары "Тыуған ил һаҡсылары" фонды хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уларға ярҙам күрһәтеп тора. Аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып килеп кенә ҡалмай изге эш башҡарыусылар, ә яугирҙың ҡатыны - Лиана Тәлғәт ҡыҙына документ тултырыу эштәрендә лә булышлыҡ күрһәтә. Күптән түгел Вәлиуллиндар ғаиләһе йәнә күстәнәстәр алып ҡыуанды - урындағы "Берҙәм Рәсәй" партия бүлексәһе хеҙмәткәре Ләйлә Садыҡова һәм волонтер Дамир Солтанов балаларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр ҡалдырып китте. Фото: "Берҙәм Рәсәй" төбәк башҡарма комитетынан.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас