Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, герой атайҙарҙың улдары һәм ҡыҙҙары ла барлығын онотмайыҡ. Яугир атайҙарын өйҙә көткән, ғәзиз кешеләрен уңыштары менән һөйөндөрөргә ашыҡҡан балаларҙың да -! үҙ кисерештәре, һағыныуҙары.
"Аҡбуҙат" тың октябрь һанында батыр атаһын яуҙан көткән Әминә хаҡында комикс баҫылды. Авторы - журналыбыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллина, рәссам - Азамат Ғарипов.