-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Ноябрь , 11:14

Республиканың төп телеканалы яңы проект әҙерләй!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Матур фатир» исемле яңы проект өҫтөндә эшләй. Тапшырыуҙың геройҙары - «Минең атайым» видеояҙмалар конкурсында еңеүсе Өфөлә һәм Өфө районында йәшәүсе 3-14 йәшлек балалар. Проектта ҡатнашыу өсөн атай хаҡында видеояҙма төшөрөп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ебәрергә кәрәк. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Республиканың төп телеканалы яңы проект әҙерләй!
Республиканың төп телеканалы яңы проект әҙерләй!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан 10 еңеүсегә төп бүләк әҙерләнгән - ул балалар бүлмәһендә ремонт эштәре. Йәғни иҙәндәрҙе, түшәм, тәҙрәләрҙе, стеналарҙы ремонтлау, мебель алмаштырыу планлаштырыла. Яңы ҡорғандар, япмалар ҙа алынасаҡ. Балалар бүлмәһен үҙгәртеүҙе телевидениеның ижади командаһы үҙ өҫтөнә аласаҡ.

"Тәү сиратта проекттың партнерҙары булырға ризалашҡан бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Киләсәктә, әгәр республика райондарында һәм ҡалаларында ярҙам итергә теләүселәр табылһа, программаның географияһын киңәйтергә әҙербеҙ», - тип пландары менән уртаҡлашты проект етәксеһе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Конкурста ҡатнашыу өсөн конкурс положениеһына ярашлы бөтә кәрәкле документтарҙы тултырырға, видео төшөрөргә һәм материалдарҙы электрон почтаға ебәрергә кәрәк: moipapa2025@yandex.ru.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 262-87-00 (өҫтәлмә һандар: 4-65).

Өҫтәмә мәғлүмәт: https://bash.news/news/254434-telekanal-bst-obieiavliaet-konkurs-videorasskazov-moi-papa

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: