Награданы "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының республика филиалы булдырған. Маҡсат - Башҡортостанда шәхес формалаштырыуҙа һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә атайҙарҙың статусын күтәреү.
Тәүге тапҡыр миҙалдар 2024 йылдың көҙөндә тапшырылғайны, хәҙер инде наградаға 120-нән ашыу кеше лайыҡ.
Фотолар "Ватанды һаҡлаусылар" фонды сайтынан алынды.