+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Сентября 2025, 08:00

АРЫҪЛАН ЙӨРӘКЛЕ БАТЫР

Һөйлә, әсәй, батыр тураһында!

АРЫҪЛАН ЙӨРӘКЛЕ БАТЫРАРЫҪЛАН ЙӨРӘКЛЕ БАТЫР
АРЫҪЛАН ЙӨРӘКЛЕ БАТЫР

(Хикәйә)


Батырхандың төрлө-төрлө эреле-ваҡлы уйынсыҡ машиналары күп. Йөк машиналары, еңел машиналар, күтәргес кран, тракторҙары араһынан ул Әмирхан ағаһы ҡаланан алып ҡайтҡан йәшел төҫтәге танк менән уйнарға ярата. Бына бөгөн дә, шуны тегеләй-былай әйләндереп ҡарап ултыра ине, олатаһы килеп керҙе.
Олатаһы менән өләсәһе күрше йортта йәшәй. Ата4әсәһе эштә саҡта улар Батырхан менән һеңлеһе Аҡйондоҙға күҙ-ҡолаҡ булып тора.
– Батырхан улым, әллә һин дә, Ғәфиәтулла бабайыбыҙ һымаҡ, танкист булырға теләйһеңме?
– Кемде әйтәһең, олатай? – Батырхандың күҙҙәре янып китте.
– Беҙҙең ауылдағы данлы Арыҫлановтар нәҫеленән сыҡҡан Ғәфиәтулла Арыҫлановты әйтәм, улым! Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып уға Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелгән.
– Батыр йөрәкле булһын, тиеп миңә ошо исемде ҡуштыҡ, ти бит өләсәйем. Арыҫланов булғас, Ғәфиәтулла бабай ҙа батыр булған инде, эйеме?!
– Эйе, фин һуғышында ла, башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә лә ҡатнашҡан.
– Ысынлап та, ысын танк эсенә ултырып йөрөнөмө икән?! Танк йөрөттөмө икән?! – Ҡыҙыҡһыныусан малай күҙҙәрен шарҙай асып, олатаһына ҡат-ҡат һорауҙар яуҙырҙы.

– Ғәфиәтулла бабай 1941 йылда Ульяновск ҡалаһындағы танк училищеһын тамамлай. Унан һуң Бөйөк Ватан һуғышына китә. Унда танк батальоны командиры, танк полкы командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы була. Курск, Орел, Харьков, Смоленск, Дебрецен ҡалаларын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 5 ғинуарында Венгрияның Будапешт ҡалаһында батырҙарса һәләк була.
– Бик йәл...
– Улым, иле өсөн һәләк булғандарҙың исеме тарихҡа алтын хәреф менән яҙылған. Уның танк йөрөтөү оҫталығы тураһында ғына айырым китап яҙырлыҡ! – тине олатаһы малайға.
– Минең дә, Ғәфиәтулла бабай кеүек, танк йөрөткөм килә! – Батырхан урынынан һикереп торҙо ла уйынсығын иҙәндә выжлатып йөрөтә башланы.
– Ҡорос атты йүгәнләгән батыр ауылдашыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫһең тип ышанам, улым! – тине йылмайып олатаһы.

 

Миңлегөл ТАЙСИНА,
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас