Байрамға ололар ҙа, кеселәр ҙә ҙур теләк менән ҡушылды. Ике йәшлек Риана менән өс йәшлек Аслан әсәһе Диана һәм атаһы Морат менән килгән.
Кескәйҙәрҙең әсәһе тәьҫораттары менән бүлеште:
- Беҙ был байрамға килмәйенсә булдыра алманыҡ, беҙҙең дә өлкән улыбыҙҙың исеме - Тамерлан, быйыл ул 4-се класта уҡый, яҡшы билдәләргә өлгәшә. Үҙем балалар баҡсаһында эшләйем, иптәшем - шәхси эшҡыуар. Айырыуса улдарыбыҙ ат ярата. Бындай саранан ситтә ҡалыу мөмкин түгел!"
Рауилә Хәсәнова