-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Август , 14:17

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары транспортта бушлай йөрөйәсәк

Бушлай йөрөүгә льготаны төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары транспортта бушлай йөрөйәсәк
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары транспортта бушлай йөрөйәсәк

Төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында (Госуслуги) «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың белем биреү ойошмаларында уҡыған балаларын уҡыу йылында бушлай йөрөү менән тәьмин итеү» хеҙмәте эшләй башланы.

- Льготаға ярашлы, социаль транспорт картаһы буйынса айына 60 бушлай юл йөрөү мөмкинлеге бирелә, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Был мөмкинлек менән файҙаланыу өсөн түбәндәге карталарҙың береһе кәрәк буласаҡ:
- «МИР» картаһы;
- «АЛҒА» берҙәм транспорт картаһы;
- “Мәктәп картаһы” .

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының балаһын юлда буш йөрөтөү уҡыу йылы осоронда тәьмин ителәсәк:
- дөйөм белем биреү ойошмаларында - 1 сентябрҙән 31 майға тиклем;
- урта профессиональ һәм (йәки) юғары белем биреү ойошмаларында - 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем.
Ташлама ҡала һәм ҡала яны маршруттары буйынса дөйөм ҡулланылыштағы транспортта йөрөгәндә бирелә (таксиҙан тыш).

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: