Өфө тарихы музейы директоры Тимур Ильясов белдереүенсә, теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡалдыра ала.
Хаттар йәшниге Совет майҙанында Махсус хәрби операция тарихына арналған күсмә экспозицияла урынлашҡан. Һалдаттарға хат яҙыу өсөн үҙең менән нимәлер алып килеү кәрәкмәй – махсус бланктар һәм конверттар урында тәҡдим ителә.
Сәләм хаттарын 22 августта 18:00 сәғәттә "Армия мәҙәниәте көндәре" асылғас ҡабул итә башлаясаҡтар һәм акция 27 августҡа тиклем дауам ителә. Инфотрактың эш ваҡыты: 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем.
Акцияны Хәрби Дан музейы, Өфө ҡалаһы тарихы музейы, «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәләре һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ойоштора.
Фотолар: Республика Хәрби Дан музейы төркөмөнән.