Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, беҙ журналыбыҙҙың 2-се һанында шағирҙың балалар өсөн ижад иткән "Атай менән һөйләшеү" шиғырын бирҙек. Һәм ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә уңай булһын өсөн, шиғырҙың руссаға тәржемәһен дә күрһәттек. Тәржемә авторы - Ләйсән Хәйретдинова.
Балалар баҡсаһында Ватанды һауҡлаусыларға арналған сараларҙа был шиғырҙы ике телдә лә балаларға уҡыу, ятлатыу өсөн ҡулай булыр тип ышанабыҙ.