Быйыл Рәсәйҙә 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо уңайҙан беҙ журналдың 2-се һанында яугирҙарыбыҙға хат өсөн әҙер битлек сығарғайныҡ.
Күп кенә балалар журналды ҡулға алғас, изге теләктәрен теркәп, хаттарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатты. Әгәр һеҙ хат яҙып өлгөрмәгән булһағыҙ, был битлекте ҡулланыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Яугирҙарға беҙҙең иғтибар һәм ихтирам һәр ваҡытта ла мөһим.