- Яугир ҡатыны булыу еңел түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта был ҙур баһа.
Балалар атаһы менән ғорурлана һәм уның өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Яугирҙарҙың ҡатындарына, әсәләренә, һеңлеләренә сабырлыҡ, өмөт һәм иман теләйем. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, именлек, тыныслыҡ ҡайтыр. Алла бирһә, беҙҙең ир-егеттәр имен-һау, сәләмәт һәм, әлбиттә, Еңеү менән ҡайтыр!