-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр

“Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға балаларҙың рәсемдәре бүләк ителде.

Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр
Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр

Уларҙы уҡыусылар "Башҡорт аты" конкурсына ебәргән булған. "Шайморатов генерал" кейеҙ картинаһы менән ат дағаһы-панноһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Яков Күгебаевҡа тапшырҙылар.

- Барыһы ла һис шикһеҙ алдынғы һыҙыҡта көрәшеүсе яугирҙарыбыҙға барып етәсәк, - тине Яков Анатольевич. - Әлеге ваҡытта һеҙҙән бындай матур бүләктәр алыу улар өсөн бигерәк тә мөһим. Сөнки улар тыуған яҡ йылыһын еткерә.

Рәсемде Баймаҡ районы Йомаш ауылының "Аулаҡ өй" берләшмәһе уҡыусылары эшләһә, даға - Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылынан Карина Ниғмәтуллинаныҡы.

Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр
Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр
Яугирҙарыбыҙға - балаларҙан бүләктәр
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: