

Уҡытыусы: Балалар! Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ батырҙарға арналған. Әйҙәгеҙ, кем ошо хаҡта шиғырҙар белә, һөйләп ишеттерегеҙ әле!
1-се уҡыусы: Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
2-се уҡыусы: Тик еңеү үҙенән үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
3-сө уҡыусы: «Мәңгелек дан!» – тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(А. Игебаев)
Уҡытыусы: Балалар, илебеҙ өсөн иҫтәлекле көн – 9 май байрамы етте. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылайбыҙ!
Был – батырлыҡ тантанаһы көнө!
1-се уҡыусы: Ә мин батырҙар тураһында мәҡәлдәр беләм: «Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә», «Батырлыҡ яуҙа һынала», «Батыр егет – ил күрке». Ҡарт олатайым да шулай тип ҡабатларға ярата.
Уҡытыусы: Дөрөҫ, батырҙарыбыҙҙы белергә, иҫкә алырға тейешбеҙ. Яҡташыбыҙ, башҡорт батыры Тамерлан Илһамов та – беҙҙең геройыбыҙ!
2-се уҡыусы: Тамерлан ағай бала сағында ниндәй булды икән?!
Уҡытыусы: Ҡыҙыҡһыныусан малай булып үҫә. Дуҫтары Азамат Шакиров һәм Нургиз Усманов менән мәктәптә һәр ваҡыт бергә йөрөй. Сибай институтына уҡырға инә. Яҡын дуҫтары хеҙмәткә алынғас, улар артынан ил һағына юллана.
3-сө уҡыусы: Тамерлан ағай тағы ҡайҙарға булған?
Уҡытыусы: Ул 2014 йылдан Мәскәү өлкәһе Краснознаменск ҡалаһындағы хәрби бүлектә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай. Тамерлан Илһамов Минскиҙа ойошторолған Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадта ҡатнаша.
1-се уҡыусы: Апай, Тамерлан ағайҙы йыш маҡтап телгә алалар!
Уҡытыусы: Эйе, балалар, сөнки ул ватаныбыҙ һаҡсыһы, ысын батыр. Тамерлан Илһамов махсус хәрби операцияла тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һәләк булды. Уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙеләр. Уға барыһы ла рәхмәтле.
2-се уҡыусы: Беҙ батырыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
3-сө уҡыусы: Урал батыр кеүек ағайҙар бар,
Салауаттай батыр ағайҙар.
Ҡаһармандар һәр заманда шулай
Туған ерен яҡлай, һаҡлайҙар.
Бөтәһе бергә: Рәсәй Геройҙары – беҙҙең ғорурлыҡ!
Зиниә ҒӘЛЛӘМОВА.
Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Рәссам Таңсулпан КҮГӘРСЕН