-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Апрель , 16:02

Яугирҙар даны - мәңгелек

Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 18 апрелдә Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы урындар буйлап Автоуҙышта ҡатнашыусылар Ростов өлкәһендәге Морозовск ҡалаһында осрашты. Дәүләкән мәктәп-интернаты уҡыусылары һәм 14-16 йәшлек Көйөргәҙе эҙәрмәндәре, Башҡортостан һәм Ростов өлкәһенән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла ҡатнашты был сарала.

Яугирҙар даны - мәңгелек
Яугирҙар даны - мәңгелек

Осрашыу Морозовск тыуған яҡты өйрәнеү музейы бинаһында үтте. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Морозовск районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Е.В. Рожкова үҙ сығышында Ватаныбыҙ өсөн ғүмерен биргән яугирҙар тураһында хәтер сараларын үткәреп тороу әһәмиәтен билдәләне.. Автоуҙыш етәксеһе - подполковник, Хәрби хәрәкәттәр ветераны, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың Дондағы яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Сәлимов Мәхмүт Бакир улы сарала ҡатнашыусыларға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман юлы һәм уның командиры - Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында һөйләп үтте. Сара һуңында "Морозовск - Хәрби батырлыҡ ҡалаһы" стелаһына сәскәләр һалынды.

Яугирҙар даны - мәңгелек
Яугирҙар даны - мәңгелек
Яугирҙар даны - мәңгелек
Яугирҙар даны - мәңгелек
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: