+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Февраль , 10:21

Балалар яугирҙарға сәләм тапшыра!

2025 йыл Башҡортостан Башлығы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Февралдә шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан "Аҡбуҙат" журналында яугирҙарыбыҙға Махсус хат бите нәшер ителгәйне.

Илеш һәм Салауат райондары балалары хатҡа яугирҙар өсөн йылы һүҙҙәрен, теләктәрен яҙҙы. Улар Луганск госпиталендә дауаланған яугирҙарыбыҙға тапшырылды.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: