Ватанды һаҡлаусылар йылына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһының “Толпар” балалар баҡсаһында күп патриотик саралар планлаштырылған. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан баҡсабыҙҙа бик матур кисә: “Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау” тип аталған шиғырҙар конкурсы үтте. Был сарала уртансы, өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре бик әүҙем ҡатнашты. Хәрби кейемдәге кескәй малайҙар, күбәләктәй таҫма таҡҡан, пилоткалар кейгән ҡыҙҙар оҫта, тасуири итеп, яңғыратып шиғыр һөйләне. Конкурс барышында мәктәпкәсә әҙерлек һәм өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре башҡарған “Шайморатов генерал” һәм башҡа патриотик йырҙар сараға йәм өҫтәне. Баһалама ағзаларына конкурста ҡатнашыусы 25 һүҙ оҫтаһы араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңел булманы. Ниһайәт, урындар билдәләнде, призлы урынға лайыҡ булыусы һәм сарала әүҙем ҡатнашыусы балалар грамоталар менән бүләкләнде. Г.Туйканова, Баймаҡ ҡалаһының “Толпар” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды