+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Февраль , 11:40

Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!

Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы үтте.

Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!
Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!

Унда Салауат районы ветерандары Советы рәйесе Рөстәм Нәбиулла улы Хөснуллин, яугир, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Роберт Дауд улы Адҡадиров ҡатнашты. Улар уҡыусыларға Тыуған илгә һөйөү кескәй саҡтан тәрбиәләнеүен һәм милләттәр дуҫлығы, тоғролоҡ, рух ныҡлығы төшөнсәләре хаҡында һөйләне. Яугирҙар уҡыусыларҙы борсоған, ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Роберт Дауд улы алып килгән мылтыҡ менән граната макетын балалар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ихлас ҡараны. Балаларҙың күңелен яулап өлгөргән яугирҙың ялҡынлы телмәре, тәрбиәүи нәсихәттәре һәр баланың күңеленә үтеп инеүенә иманыбыҙ камил. Роберт Дауд улы алғы һыҙыҡтағы яугирҙар уҡыусыларҙан килгән хаттарҙы ҙур ҡыуаныс менән уҡыуҙарын еткерҙе. Шулай уҡ 4"Б" класы уҡыусылары класс етәкселәре Айгөл Данис ҡыҙы Нурғәлиева ярҙамында, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙарға хаттар яҙҙы. Һалдаттарға йылы теләктәрен, еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп, оло рәхмәттәрен еткерҙе башланғыс класс балалары. Кескәй дуҫтарынан килгән хаттар яу яланындағыларға оло бүләк булыр, тип ышанабыҙ.

Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!
Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!
Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!
Беҙ ҙә яугирҙарға яҙҙыҡ хат!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: