Киләһе осрашыу майҙансығы - Үрге Йәркәй 1-се гимназияһы. Бында 688 бала белем ала. Гимназияның быуаттан ашыу тарихы бар һәм бында күп билдәле шәхестәр белем алған. Белем усағында ике Шайморатов класы уңышлы эшләп килә. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, әленән-әле призлы урындар яулап тора. Гимназияла 250 уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнһә, башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә бар балалар ҙа шөғөлләнә. Башҡорт телендә сыҡҡан төрлө гәзит, журналдарҙы ла алдыра уҡыусылар. Араларында ҡәләм тирбәлтеүселәр ҙә юҡ түгел. Гимназия уҡыусыларына осрашыу ваҡытында "Аҡбуҙат" журналы таратылды һәм балалар журнал эсендәге Махсус хат битендә яугирҙарға хат-теләктәрен яҙҙы. Хаттар тиҙҙән яу яланындағыларға ебәреләсәк. Балаларҙың ихлас күңелдән яҙған сәләм-хаттары яугирҙарыбыҙға еңеүҙе яҡынайтыуҙа ярҙам итер тип ышанабыҙ!