+15 °С
Облачно
VK
Былар ҡыҙыҡлы
26 Августа , 09:34

МЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ

Бесәй элек-электән кешенең янында йәшәгән: сысҡан тотҡан, башҡа ваҡ кимереүселәрҙән йорт-ҡураны һаҡлаған.Шулай уҡ ул өйҙә тыныслыҡ билгеһе булған: эргәлә бесәй мырылдай икән, тимәк, күңел дә тыныс!

МЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘМЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ
МЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ

Төрлө әкиәт геройҙары кеүек, бесәйҙәр ҙә күп төрлө:
- Себер бесәйе – оҙон йөнлө, йөнтәҫ ҡойроҡло. Ҡаты һыуыҡтарҙан да ҡурҡмай.
- Персид бесәйе – оҙон йөнлө. Ул тыныс холоҡло, иркәләп, һыйпағанды ярата.
- Британ бесәйе йомшаҡ уйынсыҡты хәтерләтә: йөнө ҡыҫҡа, әммә үҙе бик йомшаҡ. Үҙе тыныс, бик мөһим сер белгән кеүек, етди ҡиәфәттә йөрөй.
- Сиам тоҡомло бесәй. Туны – асыҡ төҫтә, ә бына ҡолаҡтары, тәпәйе, ҡойроғо – һоро төҫтә, шоколадҡа манып алған кеүек. Күҙҙәре – асыҡ күк төҫтә! Бик тә мыяуларға ярата, гүйә, әкиәт һөйләй.
- Сфинкстың йөнө юҡ тиерлек. Хужаһына бик тоғро бесәй.

 

Бесәйҙәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар:
- Бесәйҙәр кешегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ишетә. Сысҡан йөрөүен,
ниҙер ҡыштырлауын шунда уҡ тоя! Ҡолаҡтары тауыш сыҡҡан яҡҡа борола.
- Бесәйҙәрҙең тәпәйҙәре йомшаҡ ҡына, әммә уның эсендә осло тырнаҡтар йәшеренгән. Тырнаҡтар ярҙамында улар үҙҙәрен һаҡлай һәм ағасҡа үрмәләй.
- Бесәйҙең мыйыҡтары матурлыҡ өсөн генә түгел. Тап мыйыҡ ярҙамында бесәй тирә-яҡты һиҙә, хатта ҡараңғыла ла мыйыҡтары барыһын тоя.
- Бесәйҙәр йоҡларға ярата. Көнөнә 16 сәғәт
йоҡлай алалар!
- Бесәй мырылдағанда: «Миңә рәхәт», «Мин һине яратам», йә «Мине тағы ла һыйпа!» – тип әйтә икән.

 

Рита ХӘСӘНОВА әҙерләне.
Рәссам Лариса ФРОЛОВА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас