Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
31 Октябрь 2025, 13:27

ИҒТИБАР! ЯҢЫ РУБРИКА!

Йыш ҡына балалар ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һөйләп ҡуя, аҙаҡ улар ғаилә эсендә лаҡап булып та китә. Ана шул кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡлы хәлдәре, көлкөлө хәбәрҙәренән торған яңы рубрика асырға булдыҡ. Әгәр һеҙҙең ҡыҙ һәм улдарығыҙ ҙа мәҙәктәре менән йыш ҡына йылмайырға мәжбүр итә икән - беҙгә яҙығыҙ! Беҙ балаларығыҙҙың фотолары менән төркөмдә биреп барырбыҙ.Ә бөгөн Салауат менән Саматтың ҡыҙыҡтарын уҡыйыҡ.

ИҒТИБАР! ЯҢЫ РУБРИКА!
ИҒТИБАР! ЯҢЫ РУБРИКА!

Салауат менән Самат көлдөрә

Салауат, Самат, Хаммат - бер туғандар. Салауатҡа - 8 йәш, ул Өфө ҡалаһы 88-се мәктәбенең 2"д" класы уҡыусыһы. Самат 257-се балалар баҡсаһына йөрөй. Хамматҡа әле 1 генә йәш.

Көндәр йылы торғас, бәпесте яланбаш йөрөттөм. Кисә һалҡын кеүек булғас, чепчик кейҙереп һалып ҡуйҙым. Быны күргән Салауат: "Нимәгә быны кейҙерҙең ул, намаҙ уҡыймы әллә?", - тип һорап ҡуйҙы.

*
Салауат, алыҫтағы торбаларҙан сыҡҡан төтөндө күрһәтеп:
- Әсәй, анау нимә ул?
Мин:
- Унан беҙгә йылылыҡ ебәрәләр.
Самат:
- Юююҡ, унда болот эшләйҙәр.
*
"Тышта эҫе", "тышта һалҡын", "тышҡа сыҡһаң башыңа кей", "тышҡа минең рөхсәтһеҙ сыҡмағыҙ" тигән һүҙҙәрҙән әҙерәк ялҡып китте шикелле Салауат:

- Һин что, тыштың Королеваһы? - тип һорап һалды.
*
Йыш ҡына ике малайҙың сәсен үҙемә алырға тура килә. Бөгөн дә сәстәрен алырға әҙерләнеп йөрөйөм. Самат һәр ваҡыттағыса ҡаса башланы.
- Сәсең кәпәс кеүек булып китте, - тием.
Тел биҫтәһе Салауат үҙенсә ағай булып:
- Хәҙер алдырмаһаң кәпәс була, шунан бапаҡҡа әйләнә, аҙаҡ вообще ҡыҙыҡай булаһың, - ти.
Самат ылдый килеп сәсен алдырҙы.

Шуҡ малайҙарҙың әсәһе - Рүзилә Иҫәнбаева.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас