Әлбиттә, туңдырма тарихы тамырҙары менән бик боронғо замандарға барып тоташа. 3000 йыл самаһы элек Ҡытайҙа боҙ, ҡар һәм емеш-еләк киҫәктәре ҡатнашмаһынан һалҡын ризыҡ әҙерләгәр булғандар. Һуңыраҡ һөт менән боҙҙо ҡатнаштырып, тәмлекәс яһай башлайҙар. Был рецепты сер итеп һаҡлар булғандар!
Боронғо Израилдә һәм Грецияла ла һалҡын десерт эшләгәндәр. Улар хәҙерге туңдырылған һутҡа тартым булған.
Туңдырма Петр I һәм Екатерина II һарайындағы байрам өҫтәлен дә биҙәр булған икән.
Әйткәндәй, күп кенә рус яҙыусыларының туңдырманы яратыуы билдәле. Мәҫәлән, ул Александр Пушкиндың кәйефен яҡшыртҡан, ә Михаил Лермонтов уны көн һайын тиерлек ашаған. Гоголь иһә, Францияла тәүгә туңдырма тәмләп ҡарағас, был тәмлекәскә иҫе китә. Александр Блок шулай уҡ был һалҡын десертты үҙенең яратҡан ризығы тип атаған.