Ҡунаҡтар бында робот-янғын һүндереүсе, ауыл хужалығы роботы һәм робот-ҡотҡарыусы менән таныша ала. Һәм, әйтергә кәрәк, был ҡоролмаларҙы Башҡортостан балалары йыйған!
Фестивалдең беренсе көнөндә үк майҙансыҡҡа 200-ҙән ашыу уҡыусы килгән. Айырыуса дрон менән идара итеү һәм график планшеттарҙа һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре кескәйҙәргә оҡшап ҡалған икән.
Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.