0 °С
Ҡар
X быуатта Фарсыстандың бөйөк вәзире Абдул Кассим Исмәғил Ибн Аббадтың китапханаһы һәр ваҡыт үҙенең янында була. Әгәр ул ҡайҙалыр йыйынһа, китапханаһы ла уның артынан "эйәрә". 117 мең китап томын 400 дөйә ташыр була. Өҫтәүенә, китаптар (йәғни дөйәләр) һәр ваҡыт тик алфавит тәртибендә урынлаша.
Урта быуат Европа китапханаларында, ҡиммәтле экземплярҙарҙы урламаһындар өсөн, йыш ҡына уларҙы кәштәләргә сылбыр менән бәйләп ҡуйыр булғандар.
Донъялағы иң ҙур китапхана АҠШ-та урынлашҡан. Ул - Конгресс китапханаһы, унда 155 миллионға яҡын китап һаҡлана. Йыл һайын китапхана уртаса 1,7 миллионға яҡын кешене ҡабул итә.
Донъяла йөҙ ярымға яҡын шундай китапханалар бар: унда һеҙ һораған китапты тәғәйен кеше ҡысҡырып уҡып бирәсәк.
Белеүегеҙсә, китапхананан алынған китапты һуңлатҡандарға штраф һалына. Бәлки, тап шул сәбәптәндер, фин ҡалаһы Вантаала ҡыҙыҡлы осраҡ булған: унда йөҙ йылдан ашыу элек алынған китапты һиҙҙермәйенсә һалып киткәндәр. Моғайын, был китапты өйөндә тапҡан кеш ҙур штраф түләргә мәжбүр итерҙәр тип, ҡурҡҡандыр.