+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
24 Ноябрь 2021, 09:34

Бөгөн Рәсәйҙә Морждар көнө билдәләнә

Морж балалары 70 килограмм ауырлыҡ менән һәм 1,2 метрлыҡ булып тыуа.   

Бөгөн Рәсәйҙә Морждар көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Морждар көнө билдәләнә

Морждар Ер планетаһының шарының төнъяҡ ярымшарында йәшәй.

Улар – арктик фаунаның эре вәкилдәре. Уртаса оҙонлоҡтары 4,5 метрға тиклем етә, ә морж балалары 70 килограмм ауырлыҡ менән һәм 1,2 метрлыҡ булып тыуа.

Ҡырағай тәбиғәттә морждар яҡынса 30 йыл йәшәй.

Улар ҡоро ерҙә яй ҡуҙғалһа ла, һыуҙа бигерәк етеҙҙәр. Шулай ҙа, морждар күп ваҡыттарын ярҙа, бергә йыйылышып үткәрә. Бер көтөүҙә 10 меңгә тиклем морждар йыйыла.

Был йәнлектәр ҡыҫала, балыҡ, моллюскылар менән туҡлана.

Йәйен һәм көҙөн морждар яр буйында ята, ә ҡыш көндәрен боҙҙа үткәрә. Морж балалары тап ҡышын донъяға килә.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: