

Биш йәшлек Наилә Рәхмәтова Хәйбулла районының Бүребай ауылынан. Улар ғаиләлә алты кеше. Ҡадир ағаһы — әрме хеҙмәтендә, Данияр һәм Әмир ағайҙары мәктәптә уҡый. Наилә "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына йөрөй.
Рәсем һәм гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнә, ҡурсаҡ уйнарға, һүрәт төшөрөргә, ғаилә менән ял итергә, һыу инергә, санала шыуырға ярата.
Ата-әсәһенең төпсөгө, данлы аҙашы кеүек, арҙаҡлы шәхес булып үҫһен!
Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова 1946 йылда Башҡорт АССР-ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған.
Өфө сәнғәт училищеһында Р. Сыртланов курсында белем алған.1965 йылда йәш белгес диктор булып хеҙмәт юлын башлай.
Башҡортостан радиоһында «Шиғриәт минуттары», «Һеҙҙең өсөн, ветерандар», «Ваҡыт даръяһы» әҙәби, балалар өсөн «Күңелле станциялар» тапшырыуҙарын алып бара.
Легендар дикторҙың тауышын бер нисә быуын тамашасыһы яҡшы таный.