Баҫманың тәүге биттәрен журналдың тәү башланғысында торған шағирә Зарема Әхмәтйәнованың шиғырҙар шәлкеме биләй. Уның шиғырҙары - балалар тураһында, шулай уҡ илһөйәрлеккә арналған.
"Донъя әҙәбиәте - башҡорт телендә" рубрикаһы уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәм был юлы был рубрика биттәрендә белорус балалар яҙыусыһы, шағирә Светлана Быкованың "Алһыу болот" әкиәте урын алды.
"Бәпембә" рубрикаһында балалар тиҫтерҙәренең ижады менән таныша. Улар - Ауырғазы районынан Таһир Рәхимов, Сибай ҡалаһынан Тимер Туҡаев Һәм Нурия Ғайсина, Миәкә районынан - Әминә Хәлимова, Өфөнән - Виктория Колбова.
Беҙҙең баҫмала халыҡ риүәйәттәренә лә ҙур иғтибар бүленә. "Халыҡ ижады" рубрикаһында балалар "Урал батыр ерендә" уйыны менән таныша. Балаларға ата-әсәләре лә ярҙамға килер тип ышанабыҙ! Һорауҙарға яуаптарҙы "Урал батыр" эпосынан табырға мөмкин.
Май айында беҙҙә бөйөк Еңеү байрамы билдәләнә! Шуға күрә май һаны Бөйөк Ватан һуғышына ла арналған. Бында балалар бер үк һүҙҙең өс телдә: башҡорт, рус, инглиз һәм ҡытай телдәрендә нисек яҙылыуын, яңғырауын өйрәнәсәк.
Кескәйҙәр төрлө яһанты эшләргә бик тә ярата. "Китап-байрам" ваҡытында балалар журнал биттәрендә бирелгән ҡағыҙ малайға башҡорт милли кейемдәрен ҡырҡып, кейендереп ҡараны. Уның йәйәһе, уҡтары ҡылысы ла бар. Шулай уҡ батыр янында аты ла бар!
Кескәйҙәргә тағы ла һандар буйынса эшләнгән буям, ҡарлуғас хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә тәҡдим ителде.
Осрашыуҙар барышында бик күп тәрбиәселәр, ата-әсәләр, төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәре сценарийҙар һораны. "Аҡбуҙат" журналында донъя күргән сценарий Ватанды һаҡлаусы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа арналған, авторы - Әбйәлил районы уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова.
Әлбиттә, беҙҙең журнал балалар ижадына ҙур иғтибар бүлә. Асҡын районынан Яҙгөл Абрарова беҙгә "Айҙар һәм нур" әкиәтен яҙҙы, ул ат менән малайҙың дуҫлығына арналған.
Элек журналда "Беҙҙең тәрбиәсе" рубрикаһы бар ине. Быйыл беҙ уны "Замана тәрбиәсеһе" тип үҙгәрттек, Унда Башҡортостан республикаһы балалар баҡсалары тәрбиәселәре кескәйҙәр менән башҡорт телен өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Яңауыл районынан Гөлназ Ишмиева беҙгә үҙенең нейро-уйынын ебәрҙе. Уның аша балалар башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, үҙ һәләттәрен дә үҫтерә ала.
"Аҡбуҙаттың дуҫтары" рубрикаһында Өфө ҡалаһының 37-се һәм 130-сы мәктәптәре уҡыусылары хаҡында һөйләйбеҙ.
Уҡыусылар араһында "Шәхес һәм мин" рубрикаһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Был рубрикала башҡорт халҡының шәхестәре, һәм шул шәхестәр менән бер үк исем йөрөткән малай һәм ҡыҙҙар тураһында һөйләйбеҙ. Был һанда беҙ һеҙҙе ике Салауат менән таныштырҙыҡ. Уларҙың береһе - "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, ул - "Аҡбуҙат"балалар журналының беренсе яуаплы сәркәтибе һәм балалар яҙыусыһы ла. Ә Салауат Исрафилов - Сибай ҡалаһынан. Беҙ уға ла, матур илебеҙҙең күп кенә ҡыҙҙары һәм малайҙарына теләгән кеүек, үҙҙәренең хеҙмәте, ныҡышмалылығы менән Ватан мәнфәғәтенә дан ҡаҙаныуын теләйбеҙ!