- Ниңә саҡырҙың, Батыр?
- Иң боронғо башҡорт ырыуын белергә ине. ярҙам итһәңсе?
Аҡбуҙат һөйләп китте:
Боронғоларҙың да боронғоһо - түңгәүер ырыуы. Түңгәүерҙәр башта Алтай тауҙары тирәһендә йәшәгәндәр. Аҙаҡҡа табан улар Арал диңгеҙенә табан күскәндәр. Тап ошо ерҙә бөрйән, үҫәргән ырыуҙары менән осорашып, бергә көн күрә башлағандар. Һуңыраҡ, яҡшы ерҙәр эҙләп, Урал яғына килгәндәр. Ошо ерҙә улар бөгөн дә бергәләп йәшәйҙәр.
- Рәхмәт, Аҡбуҙат. Беҙ хәҙер иң боронғо башҡорт ырыуҙарының берәүһе тураһында белдек, - тип ҡыуаныштылар Батыр, Гөлнәзирә һәм Иргәйел.